“СЕЛЬСКИЕ УЗОРЫ” (“Ауыл биҙәктәре”), фәнни-производство журналы. Ойоштороусыһы — БР А.х. министрлығы, БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. 1992 й. окт. алып Өфөлә 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә нәшер ителә. Тиражы — 1 мең дананан ашыу (2008). Журнал биттәрендә БР, РФ һәм сит илдәр агросәнәғәт комплекстарының эшмәкәрлеге, а.х. производствоһы һәм эшкәртеү сәнәғәте алдынғыларының тәж. яҡтыртыла, а.х. фәне ҡаҙаныштары т-да материалдар, белгес кәңәштәре һәм консультациялары баҫыла. Рубрикалары: “Үҫемлекселек”, “Малсылыҡ”, “Механизациялау”, “Алдынғы тәжрибә”, “Һинең кешеләрең, ауыл” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Н.Я.Ҡотдосов (1992 й. алып), Р.К.Карамов (1995 й. алып), М.Ә.Ҡотлоғәлләмов (2002 й. алып), Ғ.М.Яруллин (2003 й. алып).

Ғ.М.Яруллин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика