СЕЛИВАНОВ Александр Иванович (13.5.1961, Күмертау ҡ.), философ, социолог. Филос. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1984), 1986 й. алып шунда уҡ эшләй. 1991 й. башлап “Полином” аналитик үҙәгенең (Өфө) ғилми дир., бер үк ваҡытта 1992 й. алып Күмертау ҡалаһының 1‑се гимназияһы дир. урынбаҫары. 1995 й. алып Башҡ. дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. ғилми-тикшеренеү һәм мәғлүмәт-аналитика үҙәге етәксеһе, бер үк ваҡытта 2000 й. башлап ӨЮИ‑ның соц.‑гуманитар дисциплиналар каф. начальнигы. 2002 й. башлап Мәскәүҙә: РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте акад. Дәүләт хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тының фәнни эш б‑са проректоры, 2003 й. — мәғлүмәт-аналитика үҙәге дир., 2004 й. — Иҡтисад һәм көрсөккә ҡаршы идаралыҡ ин‑ты уҡытыусыһы, 2005 й. — “Акваинфотека” ФДУП‑ы дир. урынбаҫары, 2006 й. — РФ ЭЭМ‑ының Иҡт. хәүефһеҙлек акад. ғилми-тикшеренеү бүлеге начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге онтология һәм рус традициялары, соц. процестар, үҫешеүсе системалар, дәүләт м‑н идара итеү проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Мозаичная философия развивающегося мира. Уфа, 1997; Бытие и постижение развивающихся миров. М., 1998; Русская традиция. М., 2004 (авторҙ.).

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика