СЕЛЕНТАШ, б.э. 9—11 бб. археологик ҡомартҡыһы. Силәбе өлк. Александровка ҡасабаһынан көнбайышҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта Һынташты й. (Тубыл й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә (диам. 6—16 м, бейеклеге 0,25—0,3 м) ҡарай. 3 ҡурған өйрәнелгән. Тура мөйөшлө таш ҡойма рәүешендәге ерләү ҡоролмалары табылған. Керамика муйыны горизонталь һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән, әүәләп эшләнгән һауыт ярсыҡтарынан, ҡыҙыл балсыҡтан яһалған көршәктән, яурындары ҡыя кәкерсәктәр, ауыҙ ситтәре ҡыя һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән ҙур ваза рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Кеше, хайуан (һарыҡ, ат) һөйәктәре, таштан һалынған ат фигураһы табылған. Көньяҡ Урал аръяғында, Көнбайыш һәм Үҙәк Ҡаҙағстанда Селенташ тибындағы 18 ҡурған өйрәнелгән. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға төрки ҡәбиләләрҙең килеп ултырыу процесын сағылдыра, тип фараз ителә. Материалдар Силәбе ун‑ты һәм Силәбе өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Материалы по археологии и этнографии Южного Урала. Челябинск, 1996.

С.Г.Боталов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика