СЕЛЕК (Caragana), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 70‑тән ашыу төрө билдәле, Көнсығыш Европала һәм Азияла таралған. Башҡортостанда ҡыуаҡ С., йәки селек һәм ағас С., йәки һары акация (ҡырағайлашҡан интродуцент) үҫә. Һорғолт төҫтәге тура нескә ботаҡлы япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ, һирәк осраҡта йәшкелт һоро төҫтәге ҡабыҡлы, 2—5 м бейеклектәге ҙур булмаған ағас. Япраҡтары ҡатмарлы, парлы‑ҡауырһынлы, сиратлы, һаптары йәки япраҡ ҡолаҡсындары сәнскеләргә әүерелгән. Сәскәләре һары, һирәгерәк аҡ йәки ал төҫтә, яңғыҙар йәки 2—5‑ләп шәлкемдәрҙә, япраҡ ҡуйынында урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше — цилиндр формаһындағы ике ҡапҡаслы ҡуҙаҡ, июль—авг. өлгөрә. Ҡыуаҡ С. яҡты урман сауҡалығында, урман ситендә, далала, ҡоро битләүҙәрҙә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Һары акацияны торама пункттарҙы йәшелләндереү, урман һыҙаттары ултыртмаларында, йырындарҙы һәм йылға ярҙарын нығытыу өсөн, ҡыуаҡ С. тере ситәндәр яһау, тамырҙарын һәм үренделәрен — үреү, һепертке яһау өсөн (ҡара: Сүсле үҫемлектәр) ҡулланалар. Баллы үҫемлектәр. Декоратив үҫемлектәр. С. составында алкалоидтар, С витамины, дуплаусы матдәләр, майлылығы юғары булған майҙар, каротин, сапониндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика