СЕЛВИН ПИЛЕЗИЕЛЛАҺЫ (Pylaisiella selwynii), мүк һымаҡтар төрө. Йәшел йәки һарғылт йәшел төҫтәге киң йәйелгән ҡуйы кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе бер өйлө, күп йыллыҡ, ян‑яҡ емешле мүк. Һабағы ҡуйы тармаҡлы, оҙонлоғо 3— 7 см, һабаҡтың осо һәм ботаҡтары бөгөлгән. Япраҡтары йомортҡа‑ланцет, осло. Епсәһе ҡыҫҡа, ике ҡатлы йәки бөтөнләй юҡ. Ҡумтаһы төҙ тороусан, овал формала. Споралар ярҙамында үрсей. Ҡараңғы ылыҫлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы тау урмандарында уҫаҡ ҡабыҡтарында үҫә. Белорет (Йөйәк а. тирә‑яғы, Ирәмәл тауы) һәм Мәләүез (Башҡортостан милли паркы) р‑ндарында осрай. БР‑ҙың һәм Европаның мүк һымаҡтар (1995) Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика