“СЕВАН” Б а ш ҡ о р т о с т а н  Р е с п у б л и к а һ ы  ә р м ә н д ә р е н е ң  м и л л и - м ә ҙ ә н и ү ҙ ә г е, әрмән халҡының милли традицияларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу маҡсаты м‑н ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й. нигеҙ һалына. Рәсәй әрмәндәре союзы ағзаһы (2000 й. алып). Үҙәк ярҙамы м‑н Өфөлә әрмән йәкшәмбе мәктәбе асыла (2002), әрмән балаларының Әрмәнстанға сәйәхәте ойошторола. Бөтә донъя әрмән конгресында (Мәскәү, 2003; Ереван, 2006), “Бөтә донъя әрмән конгресы һәм Әрмәнстанда, Арцахта Рәсәй әрмәндәре союзы көндәре” халыҡ-ара программаларында, Рәсәйҙә Әрмәнстан йылына (Мәскәү) һәм Әрмәнстанда Рәсәй йылына (Ереван, икеһе лә — 2005), Геноцид ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған сараларҙа ҡатнаша. “С.” тарафынан милли байрамдар (“Вардивар” һ.б.) үткәрелә. Президенты — А.М.Мурадян (1998 й. алып).

А.М.Мурадян

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика