АХМЕДОВ Михаил Владимирович (24.4.1925, Яңы Николаевка губ. Васильков а. — 27.8.1989, Воронеж ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943), полковник (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР ЮС‑ы ис. Мәскәү пехота уч‑щеһын тамамлаған (1957). 1943 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Үҙәк, 1‑се Белоруссия һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армия 75‑се гвардия уҡсылар див. 241‑се гвардия уҡсылар полкының гвардия рядовойы разведчик А. 1943 й. 22 сент. Десна һәм Днепр йй. аша сыҡҡанда һәм Украин ССР‑ы Глебовка а. эргәһендәге һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1965 й. запаста. Воронежда йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 1‑се (1944, 1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. һәм сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Уткин Г.М. Герои Днепра. М., 1960; Ими гордится Туркменистан. Ашхабад, 1973.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков