СВЕРЦИЯ, трипутник (Swertia), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Евразия, Көнсығыш Африка һәм Төньяҡ Американың Тымыҡ океан яры тауҙарында таралған. Башҡортостанда тупаҡ С. үҫә. Күтәрелеп үҫкән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, һирәгерәк өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 20–50 см. Япрағы йомортҡа, эллипс йәки оҙонса эллипс формаһында, һабаҡ осона табан кәмей, сиратлы, өҫкөләре ҡайһы берҙә ҡапма‑ҡаршы. Тамыр яны һәм аҫҡы һабаҡ япраҡтары оҙон ҡанатлы һаптарҙа. Сәскәһе бысраҡ миләүшә төҫөндә, тупаҡ көрәк һымаҡ, кәүшәк тәлгәш‑һепертке рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Июнь–авг. сәскә ата. Емеше – оҙонса йомортҡа формаһындағы ҡумта, сент. өлгөрә. Дымлы болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, һаҙланған урман һәм таллыҡтарҙа, йышыраҡ Белорет (Ирәмәл, Ямантау тауҙары, Көмәрҙәк, Машаҡһырттары һ.б.) һәм Учалы (Әүәләк һырты, Уйташ тауы һ.б.) р‑ндарының өҫкө урман һәм ярым яланғас бүлкәттәрендә үҫә. Декоратив үҫемлек. Составында флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика