САФИН Фаил Ғабдулла улы (20.1. 1959, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Бик‑Ҡарамалы а.), социолог. Тарих ф. д‑ры (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Дәүләкән р‑нының Бик‑Ҡарамалы төп мәктәбе уҡытыусыһы, 1987 й. алып директоры. 1994 й. башлап Этнологик тикшеренеүҙәр ин‑тында эшләй: 1996 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 2004 й. — этнополитология бүлеге мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге этнотел һәм этносәйәси процестарҙы, этнодәүләт һәм этнос‑ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Этноязыковые процессы в Башкортостане в XX столетии. М., 2000; Язык в технологии кадровой политики. История и современность: опыт Башкортостана. М., 2002; Вызов этничности и тенденция проявления идентичности. СПб., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.