САФИН Әхмәт Мөхлис улы (10.12. 1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Иҫке Бурлы а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Бурлы а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1995), проф. (1996).__ БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1992). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1955), Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1959) тамамлаған. 1952 й. башлап Шишмә р‑нының Өршәк, 1953 й. — Иҫке Муса тулы булмаған урта мәктәптәре уҡытыусыһы, 1956 й. — Енғалыш тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1963 й. алып Башҡ‑н уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин‑тында, 1968 й. — Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалында, 1970 й. — Бүздәк р‑нының Михайловка тулы булмаған урта мәктәбе дир., 1973 й. — ӨАИ‑ла. 1979—2004 йй. СДПА‑ла (1983—97 йй. башланғыс белем биреү педагогикаһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанда мәғариф тарихына, этнопедагогика, мәктәп уҡыусыларын хеҙмәткә өйрәтеү проблемаларына һ.б. арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Х е ҙ м.: Башкирское народное воспитание и жизнь. Стерлитамак, 1995; Педагогическая мысль Башкортостана с древнейших времён до середины XVI века. Стерлитамак, 1999.

К.Ғ.Ишбаев

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика