САФИН Вадим Фәтхи улы (11.4.1933, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны 2‑се Назар а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Яңы Себенле а.), психолог, педагог. Психология ф. канд. (1969), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1990), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) Ырымбур өлк. Октябрь урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1959 й. алып БАССР‑ҙың Ейәнсура район халыҡ мәғарифы бүлегенең өлкән инспекторы, 1962 й. — СДПИ‑ла уҡыта. 1969 й. башлап БДПУ‑ла эшләй (1977—82 йй. психология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре психологияға, этнопсихологияға, психодиагностикаға һәм психологик коррекцияға арналған. С. тарафынан Педагогия университетында психология каф. (1977) һәм Психологтарҙың юғары ғәмәли курсы (1989), Өфө з‑дтарында психологик бушаныу кабинеттары асыла. С. етәкс. башҡ. гимназияларында һәм лицейҙарында гуманитар предметтарҙы уҡытыу концепцияһы һәм программалары эшләнгән, улар ЮНЕСКО‑ла ҡабул ителгән (1995). 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Самоопределение личности: теоретические и эмпирические аспекты исследования. Уфа, 2004; Психические отклонения в развитии детей и методы их психокоррекции. 4‑е изд. Уфа, 2006; Психология самоопределения и самооценки личности. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Р.М.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика