САУҘА-ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ, 1972 й. совет сауҙаһы техникумы булараҡ асыла, 1992 й. алып сауҙа-коммерция техникумы, 1993 й. Өфө сауҙа‑иҡт. колледжы. Нефтекама ҡ. филиалы (2001 й. нигеҙләнгән) бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: ҡунаҡхана сервисы, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, коммерция, маркетинг, менеджмент, йәмәғәт туҡланыуында хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы технологияһы, тауар өйрәнеү ғилеме, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе. Компьютер, мед. кабинеттары, китапханаһы, медиаүҙәге, тамаша, спорт һәм уҡыу залдары, редакция-нәшриәт бүлеге, уҡытыу-производство ашханаһы, спорт‑һауыҡтырыу комплексы, ятаҡханаһы бар. 12 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009). Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., ӨДНТУ, Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑ты, “Edupoli” (Финляндия) проф. белем үҙәге һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Т.О.Якимова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика