САУҘА МӘКТӘБЕ, башланғыс проф. уҡыу йорто. 1909 й. 6 сент. Коммерция уҡыу йорттары т‑дағы положениеға ярашлы (1896) Өфө үҙ‑ара кредитлау йәмғиәте тарафынан Өфөлә асыла. Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө үҙ‑ара кредитлау йәмғиәте, Өфө губерна земствоһы һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотола. 1 йәки 2 класлы халыҡ училищеһын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын тапшырған 11—15 йәшлек бөтә ҡатлам малайҙары ҡабул ителә. Уҡыу түләүле була (йылына 40 һум; мохтаждар ҡаҙна иҫәбенә тотола). Уҡыу курсы — 4 йыл (әҙерлек һәм 3 төп класс). Уҡыу программаһына Алла Ҡануны (мосолмандар өсөн — ислам дин ғилеме), махсус (коммерция арифметикаһы, коммерция геогр., бухгалтерия һәм коммерция корреспонденцияһы, тауар өйрәнеү ғилеме һәм химия, коммерция) һәм дөйөм белем биреү (ҡала училищелары программаһына тап килә) предметтары инә. 2 китапханаһы (2,6 меңдән ашыу китап), химия лаб., тәбиғәт‑физика һәм тарих‑геогр. кабинеттары, тауар өлгөләре музейы була. Мәктәп эргәһендә Попечителлек советы, Пед. ком‑ты һәм Уҡыусыларға ярҙам итеү йәмғиәте эшләй. 1912 й. мәктәптә 125 уҡыусы белем ала: урыҫтар — 112, башҡорттар — 7, йәһүдтәр, поляктар һәм немецтар — 2‑шәр; уҡыусыларҙың 79%‑ын мещан һәм крәҫтиән балалары тәшкил итә. Сығарылыш имтихандары үткәрелә. Тамамлаусылар — таныҡлыҡ, отличие м‑н тамамлағандар коммерция канд. исеме ала; хәрби һ.б. бурыстар б‑са реаль училище тамамлаусыларға тиңләштерелгән. Һөнәр б‑са кәм тигәндә 5 йыл эшләгәндәргә шәхси почётлы граждан исеме бирелгән. 1920 й. С.м. Өфө проф. коммерция кластары (элекке Коммерция училищеһы; ҡара: Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы) составына инә. Инспекторҙары: А.П.Николаев, А.К.Носков; дир. — И.И.Рожновский (1912 й. алып). С.м. бинаһы (хәҙ. унда Авиация техникумы урынлашҡан) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: А м и н о в Т.М. История профессионального образования в Башкирии. Начало XVII века — до 1917 года. М., 2006; А м и н о в Т.М., Х у с а и н о в Р.М. Развитие коммерческого образования в Башкирии (1908— 1967 годы): от Торговой школы до Уфимского профессионального торгового училища. Уфа, 2009.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика