АХМАН, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Ахман а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 69 км алыҫлыҡта Иҙәк й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1010 кеше; 1920 — 1233; 1939 — 913; 1959 — 752; 1989 — 512; 2002 — 525; 2010 — 476 кеше. Сыуаштар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. башында Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына. 1834 й. бында дәүләт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары, типтәрҙәр теркәлгән. 1865 й. 77 йортта 580 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Н.Асанбаев ошо ауылда тыуған.

К.П.Юзикаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов