САТЫР ГРИФОЛА, сатырлы полипорус, тармаҡлы ҡыу бәшмәк (Grifola umbellatа), базидиомицеттар класының альбатрелла һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Диам. 20—30 (ҡайһы берҙә 50-гә тиклем) см булған күп эшләпәле емешлек тәне (йыл һайын барлыҡҡа килмәй). Һабы ҡыҫҡа, аҡһыл төҫтә, дөрөҫ булмаған төҙөлөшлө, төбө йыуан, аҙаҡ күп тапҡыр тармаҡланған (тармаҡтары үҙәк йәки ян‑яҡ эшләпәләре м‑н тамамлана). Эшләпәһенең диам. 1,5—4,0 см, киң буранка формаһында, тулҡынлы, шыма ситле йәки айырсалы, өҫкө йөҙө радиаль йыйырсыҡлы, һорғолт‑көрән төҫтә. Спора барлыҡҡа килтереүсе ҡатламы (гименофоры) көпшәле, диам. яҡынса 1 мм булған йомро күҙәнәктәр м‑н, эшләпәнең аҫҡы яғынан һаптарға күсә. Факультатив паразит, ксилотроф: япраҡлы ағастарҙың тамырҙарында һәм олон төптәрендә (зарары ҙур түгел), түңгәктәрҙә һәм лапыларҙа үҫә. БР‑ҙа киң япраҡлы урмандарҙа июлдән алып сент. тиклем осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Яндекс.Метрика