САТЫРҺЫМАҠТАР, сельдерей һымаҡтар (Umbelliferae, йәки Apiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 300 заты, 3000‑дән ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Бөтә ағзаларында ла эфир майҙары юлдары булған үлән, һирәгерәк ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған ағас. Башҡортостанда 35 затҡа ҡараған яҡынса 50 төр (мәкә, ҡаясатыр, кадения, туғажман, шәкәрле тамыр, триния, ферула һ.б.) үҫә. Ике, күп, һирәгерәк бер йыллыҡ үлән. Һабағы төйөнлө, ҡырлы, ҡыуыш, төҙ, тармаҡлы. Япрағы ябай, өлөштәргә бүленгән пластинканан (күпселек төрҙәргә хас), һаптан һәм һабаҡты уратып алған еңсәнән тора, япраҡ ҡолаҡсындары юҡ, сиратлы. Сәскәләре ваҡ, башлыса дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, үҫешеп етмәгән каса япраҡсаһы һәм 5 айырым, йыш ҡына иртә ҡойолоусан япраҡлы тажы бар. Һеркәсе 5, емешлеге 1, емшәне аҫҡы йәки ярым аҫҡы. Сәскәлеге ҡатмарлы йәки ябай сатыр, һирәгерәк тумалаҡ. Күп төрҙәрҙең сатыр төбөндә бөтөн йәки бүлгеләнгән япраҡсаларҙан торған урама, ә ваҡ сатырҙарҙа ваҡ урама бар. Ҡайһы бер төрҙәрҙең урамаһы һәм ваҡ урамаһы (йәки икеһенең береһе) булмай. Бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә. Емеше — колонкала эленеп торған ҡырлы 2 ярым емешлектән торған һалынҡы емеш; орлоҡтары ел, һыу, хайуандар һәм кеше ярҙамында тарала. Урмандарҙа, далала,дымлы болондарҙа,һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, сүпле урындарҙа үҫә. Күп С.һ. ашарға яраҡлыүҫемлектәр (сәсеүлек кориандры, кишер, аҡәнис, баҡса укропы һ.б.) һәм дарыу үҫемлектәре (һары туманаҡ, шифалы шыма ҡурай, фенхель һ.б.) булып тора. С.һ. араһында декоратив үҫемлектәр (дарыулы һөйҙөргөс, киң япраҡлы күкбаш һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (балтырған, урман шыма ҡурайы, урман көпшәһе һ.б.), баллы үҫемлектәр (ташватыр мәкә, Прескотт ҡуянтубығы һ.б.), ҡыйүләндәре (ялпаҡ тағылйемеш, тургеневия һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (монар көпшәһе, ыутамыр, һыу этҡурайы, киң япраҡлы шәкәрле тамыр) бар. Урал ҡурайын башҡорттар элек‑электән ҡурай яһау өсөн файҙалана. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙеңһирәк төрө (телмә япраҡлы мәкә, шырт төклө триния; реликттар — өс айырсалы күк көпшә, Жиральд урман көләпәрәһе) индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика