САТУРН, Ҡояштан алыҫлығы б‑са 6‑сы урындағы газдан торған гигант планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 2869 млн км (9,55 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 29,45 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 10 сәғ. 39 мин. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 63°16ʹ12ʺ. Диам. 120 мең км. Массаһы 5,68•1026 кг. Уртаса тығыҙлығы 0,7•103 кг/м3. Атмосфераһының өҫкө ҡатламдары башлыса молекуляр водородтан (97%) һәм гелийҙан тора. Ҡаты өҫкө йөҙө юҡ. Тығыҙ хәлдәге атмосфераһы бар, уның өҫкө ҡатламдарындағы күҙгә күренгән деталдәре болот һыҙаттарынан ғибәрәт, уларға ҙур төҫ контрастары хас түгел. Ҡайһы берҙә шторм активлығы күҙәтелә. Ядроһының массаһы Ерҙең массаһынан 10—15 тапҡырға күберәк. Ядроны солғап алған өлкәләрҙә баҫым юғары булғанға водород металл хәлендә була. С. үҙенсәлеге — планетаның экваторы яҫылығында ятҡан ҡулсалар системаһы, улар телескоп аша яҡшы күҙәтелә. Ер м‑н Ҡояштың үҙ‑ара урынлашыуының үҙгәреүенә ҡарап ҡулсалар, ҡайһы ваҡытта тулыһынса асылып, төрлө мөйөш аҫтында күренә, ҡабырғанан күҙәткән ваҡытта бөтөнләй юғала. Уларҙың төрлө сағыулыҡтағы, ҡараңғы һыҙаттар м‑н (Кассини һәм Энке ярыҡтары тип аталған) бүленгән бер нисә зонаһы бар, үҙҙәре меңдәрсә концентрик ҡулсаларҙан тора, шуға күрә күп һандағы улаҡтарҙан торған кеүек күренә. Ҡулсаларҙың ҡалынлығы яҡынса 1 км. Бик күп һандағы өлөшсәләрҙән һәм үлсәмдәре микрондан йөҙҙәрсә метрға тиклем булған таш ярсыҡтарынан тора. С. юлдаштары бар (56), уларҙың иң ҙуры — Титан. С. — күк йөҙөндәге ялтырауы 0‑дән беренсе йондоҙ дәүмәленә тиклем булған асыҡ-һары төҫтәге яҡтыртҡыс, ябай күҙ м‑н БР‑ҙың бөтә терр‑яһында яҡшы күҙәтелә.

У.Ш Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика