САРЫҠ, башҡорт кейемендә буҫтау ҡуныслы, иләнмәгән тиренән эшләнгән традицион аяҡ кейеме (ҡара: Тула баҫыу). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ С. булған. С. табан өлөшөн үксә рәүешенә килтереп өҫкә ҡаратып бөккәндән һуң ситтәренән аяҡ алҡымына үлсәнеп эшләнгән ярым түңәрәк формалағы әҙерләмә тегеп сыҡҡандар. Ҡунысын (бейеклеге 40—46 см) тубыҡ аҫтынан ҡунысбау м‑н уратып бәйләп кейгәндәр. Ҡунысы арттан аппликация (төрлө геом. фигуралар комбинациялары, мөгөҙ рәүешендәге кәкерсәктәр һ.б.), йыш ҡына сигеүлебиҙәктәр м‑н аралаштырып биҙәлгән. Ябай ҡусҡар биҙәге (4 һәм 6 ҡусҡарлы) һәм ҡатмарлы ҡусҡар биҙәге (8, 10, 12 ҡусҡарлы) төшкән С. булған. Ирҙәр С. ҡунысына бетеү итеп файҙаланылған ярым түңәрәк (үксә өҫтөндә һәм башында), ромб йә өсмөйөш (ситтәрендә) рәүешендәге күн киҫәктәре беркетелгән. С. тула ойоҡ йә силғау м‑н көндәлек, байрамдарҙа, ш. уҡ туй ваҡытында кейгәндәр. Башҡорттарҙа С. 20 б. 2‑се ярт. тиклем була, айырыуса Урал аръяғы башҡорттарында киң таралыу ала.

С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Яндекс.Метрика