САРУА ҠАЛАСЫҒЫ, иртә тимер быуат һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Бөрө р‑ны Саруа а. көньяҡҡа табан 3,5 км алыҫлыҡта убалы теҙмә армытында урынлашҡан. 1959 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1988 й. Б.Б.Агеев, 1990 й. Т.И.Останина тикшерә. Ҡаласыҡ ялан яғынан ур (оҙонлоғо 120 м, киңлеге яҡынса 30 м, бейеклеге 6 м) һәм соҡор (тәрәнлеге яҡынса 2 м, киңлеге 10 м), морон яғынан 2 ур (бейеклеге 2 м, 4 м) м‑н уратып алынған. Керамика Бахмут мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте һауыттарынан ғибәрәт. Ҡомартҡы материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика