САРМАТТАР, б.э.т. 4 б. — б.э. 4 б. күсмә һинд-иран ҡәбиләләре. Антик авторҙар (Геродот, Полибий, Псевдо-Гиппократ, Полиен, Страбон, Тацит һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алына. Формалашыу өлкәһе Урал-Волга буйы далалары булыуы ихтимал. С. үҫештең төрлө осорҙарында сығышы, теле б‑са халыҡтың төрлө төркөмдәрен (аргипейҙар, дайҙар, иирктар, исседондар һ.б.) берләштергән ҡатмарлы этно-мәҙәни берекмә булған, һөҙөмтәлә С. һәм савроматтарға ҡарата ш. уҡ “Урал-Волга буйы иртә күскенселәре” тигән термин ҡулланыла. Б.э.т. 3—2 бб. алып С. бер өлөшө (роксоландар) Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы, ҡалған өлөшө (аорстар, сирактар) Кавказ буйы далаларындағы терр‑яны биләй. Б.э.т. 2 б. аҙ. С. скифтар м‑н берлектә Боспор батшалығына ҡаршы һуғыша, б.э.т. 1 б. Боронғо Рим м‑н һуғышта Понт батшаһы Митридат VI Евпаторҙың союздашы була. Б.э. 4 б. һундар тарафынан ҡыйратыла, бынан һуң С. бер өлөшө готтар һәм һундар м‑н бергә “Халыҡтарҙың бөйөк күсенеше”нә бәйле походтарҙа ҡатнаша, С. айырым төркөмдәре (аландар) Испанияға һәм Төньяҡ Африкаға барып етә. С. тормошонда хәрби походтар мөһим урын тотҡан. Күсмә малсылыҡ (ҡара: Күсмә тормош) хужалыҡтың нигеҙен тәшкил иткән. С. сәнғәтенә йәнлек стиле хас булған. Археологик ҡомартҡылар ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән (ҡара: Сармат мәҙәниәте) тора, улар араһында “батша ҡурғандары”ның (ҡара: Переволочан ҡурғандары, Филипповка ҡурғандары, Яңы Кумак һ.б.) булыуы соц. һәм мөлкәт айырымлығы т‑да һөйләй.

Әҙәб.:Сармат мәҙәниәте мәҡ. ҡарағыҙ.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика