САРМАТ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4 б. —б.э. 4 б. ҡарай. Иртә Сармат (Прохоровка; б.э.т. 4 б. аҙ. — 2 б.), урта Сармат (Суслов; б.э.т. 1 б. — б.э. 1 б.) һәм һуң Сармат (б.э. 2—4 бб.) мәҙәниәттәренә бүленә. Түб. Волга буйы һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында б.э.т. 4 б. — б.э. 4 б. йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙең (ҡара: Сарматтар) грекса исеме б‑са аталған. “С.м.” термины (шартлы тип һанала) м‑н бер рәттән “иртә күскенселәр мәҙәниәте”, “савромат‑сармат мәҙәни‑тарихи берлеге” атамалары ла ҡулланыла. Башҡортостанда С.м. 60‑ҡа яҡын ҡомартҡыһы (Биш Уба I, Дербенёв ҡурғандары, Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандары, Переволочан ҡурғандары, Сибай ҡурғандары, Темәс ҡурғандары, Әлмөхәмәт ҡурғандары һ.б.) асыҡланған. Торамалар табылмаған. Иртә Сармат мәҙәниәте керамикаһы — туҫтаҡ рәүешендәге хуш еҫле үлән яндырыу һауыттары, аҫлы кубоктар, тальк ҡушып эшләнгән, кәкерсәктәр, өсмөйөштәр, һырҙар, үремдәр м‑н биҙәлгән көршәктәр, яҫы төплө балсыҡ һауыттарҙан; урта Сармат мәҙәниәтенеке — ҡыҫҡа муйынлы, ҡабарынҡы ҡорһаҡлы, башлыса биҙәкһеҙ әүәләп эшләнгән яҫы төплө көршәктәрҙән; һуң Сармат мәҙәниәтенеке яҫы, һирәкләп түңәрәк төплө биҙәлмәгән, ҡом ҡушып эшләнгән балсыҡ көршәктәр, әүәләп яһалған яҫы төплө тотҡалы көршәктәр, хуш еҫле үлән яндырыу һауыттарынан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күпселеге —ҡурған аҫты ҡәберҙәре. Иртә Сармат мәҙәниәтенең ерләү ҡоролмалары киртләсле, йөҙләнгән соҡорҙарҙан тора, ағас япмалар, үлән ҡалдыҡтары, аҡбур һибелмәһе, күмер осрай; төп ҡәберҙәр (1—2) — уртала, ҡалғандары түңәрәк буйлап урынлашҡан. Мәйеттәр мөйөштәре бер ни тиклем түңәрәкләнгән ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Парлы, коллектив, элекке ҡәбер өҫтөнә ерләү осраҡтары асыҡланған. Ирҙәр ҡәберенә — ҡорал (башы ураҡ рәүешендә һәм тура булған ике йөҙлө тимер ҡылыстар, башы балдаҡ формаһындағы хәнйәрҙәр, өс ҡырлы тимер һәм бронза уҡ башаҡтары, тимер һаҙаҡ элмәктәре), ҡатын‑ҡыҙҙыҡына биҙәүестәр (лигнит, быяла, мәрйен, аҡыҡ муйынсаҡтар, алтын һәм алтын ҡалай м‑н ҡапланған бронза сикә сулпылары), туалет әйберҙәре (бронза көҙгөләр, һөйәк балғалаҡтар) һалынған. Ҡорбан аҙығы ҡалдыҡтары (хайуан һөйәктәре) табылған. Урта Сармат ҡәберҙәрендә башлыса берәр мәйет табылған. Ҡәберҙәрҙә башы балдаҡ рәүешендәге тимер ҡылыстар һәм хәнйәрҙәр, өс ҡырлы тимер һәм бронза уҡ башаҡтары, быяла муйынсаҡтар осрай. Һуң Сармат мәҙәниәтендә мәйеттәр башлыса бронза быуаты, Савромат мәҙәниәте осорондағы боронғо ҡәберлектәр урынында ерләнгән. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, баштары м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән, ағас япма ҡалдыҡтары осрай. Мәйеттәр башлыса яңғыҙ ерләнгән. Аҡбур киҫәктәре һәм һибелмәһе, охра, реальгар табылған. Яһалма рәүештә баш һөйәктәренең формаһын үҙгәртеү күҙәтелә. Ҡәберҙә ҡорал (башы биҙәлмәгән ике йөҙлө тимер ҡылыстар), биҙәүестәр (лигнит, быяла муйынсаҡтар, фибула, бронза йөҙөк һәм ҡыңғырауҙар), туалет әйберҙәре (бронза көҙгөләр), эш ҡоралдары (тимер бысаҡ, пружина ҡайсы, балсыҡ орсоҡбаш һәм ҡайраҡтар) осрай. Ғалимдарҙың күпселеге (М.Г.Мошкова, К.Ф.Смирнов һ.б.) фекере б‑са, иртә Сармат мәҙәниәте — урындағы Савромат мәҙәниәте һәм Урал аръяғы, Ҡаҙағстан һәм фараз б‑са Арал буйынан килгән ҡәбиләләр нигеҙендә Урал‑Волга буйы далаларында; урта Сармат мәҙәниәте — урындағы халыҡ нигеҙендә Дон аръяғы далаларында; һуң Сармат мәҙәниәте Волга аръяғы далаларында (А.С.Скрипкин) йәки Волга м‑н Дон араһында формалашҡан. Малсылыҡ хужалыҡтың төп тармағы булған. Һундар һөжүменән һуң С.м. халҡының бер өлөшө төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ҡыҫырыҡлап сығарылып, күрше ултыраҡ ҡәбиләләр тарафынан ассимиляциялана; ҡалған өлөшө һундар составында көнбайышҡа күсеп китә. С.м. өйрәнеүселәр: Б.Н.Граков, Мошкова, А.Х.Пшеничнюк, М.Х.Садиҡова, Скрипкин, Смирнов һ.б.

Әҙәб.: С м и р н о в К.Ф. Сарматы на Илеке. М., 1975; Степи европейской части СССР в скифо- сарматское время. М., 1989.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Яндекс.Метрика