САРГАТКА МӘҘӘНИӘТЕ, иртә тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 5 б. — б.э. 3 б. ҡарай. Себер Саргаткаһы а. (Омск өлк.) янында Иртыш й. буйындағы ҡәберлек исеме б‑са аталаған. Саргатка мәҙәни-тарихи берлегенә инә. С.м. көнбайышта Урал й. үрге ағымынан алып көнсығышта Иртыш й. тиклем таралған. Башҡортостанда С.м. ҡомартҡылары юҡ, әммә Әй й. басс. “Әй тибындағы” (Ғүмәр ҡаласығы, Иҫке Хәлил ҡурғандары, Йонос торамаһы, Ҡәҙер ҡурғандары, Торналы ҡаласығы, Урыҫ Сальевкаһы торамаһы һ.б.) күп торама, ҡаласыҡ һәм ҡурғанлы ҡәберлектәр (40‑тан ашыу ҡомартҡы) табылған, улар Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә һуң Межа мәҙәниәте, иртә Сармат мәҙәниәте һәм С.м. халыҡтарының үҙ-ара йоғонтоһо һөҙөмтәһендә формалашҡан. Торамалар һыу баҫмай торған киртләстәрҙә урынлашҡан ҡаласыҡ һәм тораҡтарҙан ғибәрәт. Күп камералы, аралыҡтар м‑н тоташтырылған тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр һәм усаҡлы, һикеле бағана һәм каркас конструкциялы ер өҫтө ҡаралтылары торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика тальк ҡушып эшләнгән һәм өҫкө яғы һырлап төшөрөлгән биҙәкле (штрихланған йәки семәрләнгән өсмөйөш фестондар, вертикаль һәм горизонталь ҡыя һыҙыҡтар һ.б.) түңәрәк төплө көршәк һымаҡ һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — йылғаларҙың бейек ярҙарында төркөмләп һәм теҙелеп урынлашҡан ҡурғанлы ҡәберлектәр. Ҡурғандар соҡорҙар м‑н уратып алынған, өйөмдәр аҫтында балсыҡ түшәлгән майҙандар бар; сатыр формаһындағы ағастан эшләнгән ҡәбер өҫтө ҡоролмалары, каркас-бағана конструкциялы буралған ҡаралтылар (“үлектәр йорто”) табылған. Мәйеттәр салҡан һалып, баштары м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып, яңғыҙ, парлы һәм күмәкләп ерләнгән. Кремациялау эҙҙәре осрай. Ҡәберҙә ҡорал (бронза һәм һөйәктән эшләнгән өс ҡырлы оңғоло һәм һаплы уҡ башаҡтары, ике йөҙлө тимер ҡылыстар, хәнйәрҙәр, панцирь пластиналары, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар), биҙәүестәр (бронза һәм тимер муйын ҡулсаһы, һырға, беләҙек һәм быяла муйынсаҡтар), хайуан һөйәктәре табылған. Сәнғәттә скиф мәҙәниәте (ҡара: Скифтар) йоғонтоһо һиҙемләнә. С.м. Тубыл буйында урындағы халыҡтың күсмә ҡәбиләләре (ҡара: Күсмә тормош) м‑н үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә формалашҡан. Малсылыҡ хужалыҡтың төп тармағы булған. Игенселек, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, сауҙа м‑н шөғөлләнгәндәр. Урта Азия, Алтайҙың күсмә ҡәбиләләре, Иткүл мәҙәниәте халҡы м‑н бәйләнеш тотҡандар. С.м. өйрәнеүселәр: В.Ф.Генинг, Г.Б.Зданович, Л.Н.Корякова, Н.П.Матвеева, В.А.Могильников, Т.М.Потёмкина, В.Е.Стоянов һ.б.

Әҙәб.:Корякова Л.Н. Ранний железный век Зауралья и Западной Сибири (саргатская культура). Свердловск, 1988; Могильников В.А. Саргатская культура //Степная полоса Азиатской части СССР в скифо-сарматское время. М., 1992.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Яндекс.Метрика