САМОЛЁТ, тартымды булдырыусыэнергия ҡулайламаһы һәм һауала хәрәкәт иткәндә аэродинамик күтәреү көсө барлыҡҡа килтергән хәрәкәтһеҙ ҡанаттар ярҙамында атмосферала осоу аппараты. Тәғәйенләнеше б-са граджандар [пассажирҙар, йөк ташыу, йөк ташыу-пассажирҙар, а.х. өсөн, махсус тәғәйенләнешле (янғын һүндереү, ҡотҡарыу һ.б.), уҡыу-күнегеү, туристар өсөн, адм. тәғәйенләнешле, тәжрибә] һәм хәрби (бомбардировщиктар һәм ракета йөрөткөстәр, фронт истребителдәре, перехватчиктар, штурмовиктар, истребитель-бомбардировщиктар, хәрби-транспорт, разведчиктар һ.б.) С. айырыла. Төҙөлөшөнә ҡарап С. моторҙарының тибы б-са винт моторлыларға (поршенлы), турбиналы винтлыларға, турбиналы реактивтарға бүләләр. 20 б. 40-сы йй. аҙ. тиклем С. моторҙарының төп тибы булып һауа йәки шыйыҡлыҡ м-н һыуытылған эске яныулы двигателдәр торған, 40-сы йй. алып һауа-реактив двигателдәр һ.б. ҡулланыла. С. төп өлөштәре: ҡанаттар, фюзеляж, ҡойроҡ ҡанаты, шасси, энергия ҡулайламаһы, борт ҡорамалдары; хәрби С. ш. уҡ авиация ҡоралдары бар. С. пассажирҙарҙы, йөк ташыу өсөн, хәрби һәм махсус маҡсаттарҙа файҙаланыла. Башҡортостанда 50-се йй. башлап “Мотор” ҒПБ ФДУП-нда төрлө типтағы С. (МиГ-19, МиГ-21, МиГ‑21Бис, Су-15, Су‑25, Су-39, “Стриж” пилотһыҙ Ту-141 самолёт‑разведчигы, пилотһыҙ Ла-17 С., самолёт-снарядтар, йәки ҡанатлы П‑5, П-6, П‑35, “Базальт”, “Гранит” ракеталары һ.б.) өсөн двигателдәр уйлап сығарыла. “Гидравлика” ФДУП‑нда Ту-134, Ту-154, Ил-62, Ил-76, АН-124 “Руслан” С. һ.б. өсөн ярҙамсы энергия ҡулайламалары, металл һәм фторопласт шлангтар, самолёттарҙың үткәргес торба системалары өсөн компенсаторҙар, авиация фильтрҙары, Өфө “Молния” ҒПБ-нда – төрлө типтағы һәм тәғәйенләнештәге С. өсөн электрон ҡабыҙыу, энергия ҡулайламалары м-н идара итеү системалары уйлап сығарыла һәм сериялы етештерелә. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә авиация двигателдәре сығарыла; Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә – авионика саралары; Күмертау авиация производство предприятиеһында  Куйбышев авиация з‑ды м-н берлектә Ту-154 самолёты  өсөн ҡанат, ш. уҡ А.Н.Туполев ис. тәж. КБ-нда (Мәскәү) проектланған  пилотһыҙ “Стриж” Ту-141, “Рейс” Ту-143 самолёт-разведчиктары сығарылған. Шулай уҡ ҡара: Пилотһыҙ осоусы аппарат.

    Әҙәб.: К а м е н е в С.И. Гражданская авиация России. Уфа, 1999; К а м е н е в С.И., Г и л я з о в М.Ф. Боевая авиация России. Уфа, 2000.

С.И.Каменев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика