САЛЬВИНИЯ (Salvinia), сальвиния һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, башлыса тропик Америкала һәм Африкала, ш. уҡ Төньяҡ Америкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда йөҙөүсән С. үҫә. Тамыры булмаған бер йыллыҡ һыу абағаһы (ҡара: Абаға һымаҡтар). Һабағы епкә оҡшаған, тармаҡлы, киңлеге 1 см тиклем, оҙонлоғо 5–10 см. Япрағы суҡтарҙа 3‑әр, шуларҙың 2‑һе – йөҙөүсән, бөтөн, овал йәки йомро пластинкалы; өҫкө яҡтан ҡыя рәттәргә урынлашҡан ҙур булмаған имсәләре, аҫтан көрән төҫтәге төктәре бар. Өсөнсө һыу аҫты япрағы нигеҙенә тиклем тиерлек күп һанлы епкә оҡшаған тамыр кеүек ҡуйы ҡаты төктәр м-н ҡапланған өлөштәргә теленгән. Макроспорангиялары (һәр береһе 1 макроспора м-н) һәм микроспорангиялары (микроспораһы 64‑кә тиклем) булған шар рәүешле сорустары (спорангиялар төркөмө) һыу аҫты япраҡтарының ҡыҫҡа һаптарында урынлашҡан. Сорустар көҙ көнө өлгөрә һәм һыу төбөнә китә, яҙын, яңы үҫемлектәр барлыҡҡа килтереп, шытып сыға. Декоратив үҫемлек, аквариумдарҙа һәм парк һыу ятҡылыҡтарында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Н.Миронова, А.Ф.Шәйбәков

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика