САЛТЫКОВА Елена Станиславовна (12.11.1960, Красноярск ҡ.), биохимик. Биол. ф. д‑ры (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1983). 1984 й. һәм 1993 й. алып (өҙөклөк м‑н) Биохимия һәм генетика ин‑тында (2003 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р); 1991—93 йй. Органик химия ин‑тында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге бөжәктәр иммунитетының эволюцияһына, биохимик һәм күҙәнәкле тотороҡлоҡ механизмдарына, файҙалы бөжәктәр өсөн адаптоген уйлап табыуға арналған. С. тарафынан бөжәктәрҙең һаҡлыҡ реакцияларында онтогенетик айырмалар; онтогенезда, оҙайлы һаҡлыҡ реакциялары формалашыуын стимуллаусы нәҫелдән‑нәҫелгә күсеп, үҙгәреп тороусы тирә‑яҡ мөхит шарттарына һәм эволюцион алға китешкә яраҡлашыусы яйланмалар эшләп сығарыуға булышлыҡ итә алған киҫкен осорҙарҙың булыуы билдәләнгән. 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Реакция отдельных физиологических барьеров при бактериальной инфекции у различных рас медоносной пчелы Apis mellifera // Журнал эволюционной биохимии и физиологии. 2005. Т.41. №3 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика