САЛҠАҠ УРТА МӘКТӘБЕ, Борай р‑ны. 1899 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1922 й. — башланғыс мәктәп, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, ағас эше оҫтаханаһы, интернаты, мәктәп яны участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н С.Ғәбәши, Ф.Т.Мөхәмәтйәнов, К.Ш.Әхиәров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1938 й. алып мәктәпте 3 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2009), улар араһында Т.Б.Ғиләжетдинов, Мөхәмәтйәнов, Р.Ә.Ниғмәтуллин; бында ш. уҡ Э.Ш.Хәмитов уҡыған. Мәктәп бинаһына уны тамамлаған Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған Р.М.Зыялетдиновҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2004).

Д.Ф.Ғатауллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика