СӘЛИМ (Сәлимов) Марсель Шәйнур улы (3.1.1949, БАССР-ҙың Борай р-ны Сәйет-Көрйә а.), яҙыусы, журналист. РФ-тың (1993) һәм БАССР-ҙың (1990) атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре. Журналистар союзы (1976), Яҙыусылар (1988) союзы ағзаһы. БДУ-ны (1971), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1980) тамамлаған. 1973 й. алып “Һәнәк” ж. эшләй (1980 й. баш мөхәррир), бер үк ваҡытта 1992 й. башлап “Вилы” ж. баш мөхәррире. Мар. Сәлим, ш. уҡ С.Әлимов, Т.Сәйетов һ.б. псевдонимдар м-н баҫыла. Тәүге “Сер ҡапсығы” китабы 1982 й. сыға. Башҡ. сатираһын һәм юморын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. “Күгәрсен һөтө” (1988), “Эшем эйәһе” (1995), “Тормош көҙгөһө” (1998), балалар өсөн “Ҡуян күстәнәсе” (1994) һ.б. китаптар авторы. С. әҫәрҙәре инглиз, немец, болгар, ҡаҙаҡ, төрөк һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. М.Н.Задорнов, Л.С.Ленч, П.П.Ребро, М.Г.Семёнов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. С. шиғырҙарына комп. М.М.Ғиләжев, Р.М.Хәсәнов һ.б. йырҙар яҙған. 1996–2006 йй. БР Журналистар союзы рәйесе. Халыҡ-ара журналистар союзы конфедерацияһы советы ағзаһы (1996 й. алып), секретары (1996–98), вице-президенты (1998–2000); РФ Журналистар союзы Федератив советы ағзаһы (1996–2008). Халыҡтар юморының Халыҡ-ара йәмғиәтен (Габрово ҡ. Болгария, 1989) ойоштороусыларҙың береһе. “Алеко” Халыҡ-ара конкурсы (Болгария, 1996) лауреаты. Рәсәй журналистар союзы (1996), Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. (1998) лауреаты, Дуҫлыҡ орд. м-н бүләкләнгән (1999).

Әҙәб.: Әскелле-сөскөллө әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2002-2005; Красавчик Шармаев. М., 1986; Белым по чёрному: Сатира. Юмор. И не только. Уфа, 2009.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика