САЛАУАТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1994 й. алып С.п.к., 2012 й. — Салауат мәғариф һәм проф. технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә һәм экстернат формаһында түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: башланғыс кластарҙа уҡытыу, тәрбиә биреү эшмәкәрлеген ойоштороу, өҫтәмә белем биреү пед., башланғыс белем биреүҙә коррекция пед., махсус (коррекциялаусы) белем биреү учреждениеларында махсус педагогика һ.б. 5 компьютер класы, спорт, уҡыу залдары, методика кабинеты, китапханаһы, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, саңғы базаһы, уҡытыу-тәжрибә участкаһы, теплицаһы бар. 6 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында Ф.Ә.Ғайсин, Ш.Ғ.Ғилманова, Т.Ғәниева, З.Й.Рәхмәтуллина, М.Ә.Әйүпов, Г.М.Яҡупова. Уҡыу йорто БДПУ һәм Силәбе пед. ун‑ты м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика