САЛАУАТ МУЗЫКА КОЛЛЕДЖЫ, 1961 й. музыка уч‑щеһы булараҡ асыла, 2008 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә инструменталь башҡарыу, эстрада музыка сәнғәте (эстрада оркестры инструменттары), халыҡ йырын яңғыҙ һәм хор м-н башҡарыу, хор м‑н дирижёрлыҡ итеү, музыка теорияһы һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Компьютер класы, спорт һәм уҡыу залдары, тауыш яҙҙырыу студияһы, китапханаһы, мед. кабинеты бар. Башҡ. фольклор, урыҫ фольклор, ҡурайсылар ансамблдәре; симфоник, эстрада‑симфоник, халыҡ инструменттары, башҡ. халыҡ инструменттары оркестрҙары; академик, урыҫ халыҡ, башҡ. халыҡ хорҙары эшләй. Уҡыу йорто м‑н Ф.М.Мостафина- Ниғмәтуллина һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 3 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015). Уҡыу йорто Сәнғәт институты, Одесса милли музыка акад., Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад. (Мәскәү), Силәбе мәҙәниәт ин-ты, Ырымбур сәнғәт ин‑ты, Мәскәү, Әстерхан һәм Урал (Екатеринбург ҡ.) консерваториялары м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Л.Ҡ.Алапаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика