САЛАУАТ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1955 й. фельдшерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла. 1960 й. алып мед. уч‑щеһы, 2006 й. хәҙ. статусын ала. 1959 й. фельдшерлыҡ бүлеге Сибай ҡ. (ҡара: Сибай медицина колледжы) күсерелә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 18 клиникаға тиклемге әҙерлек кабинеты, 8 лабораторияһы, компьютер һәм видеокластары, китапханаһы, 2 тамаша, тренажёр һәм уҡыу залдары, колледж тарихы музейы, дөйөм ятағы, гаражы, 4 автомашинаһы бар. 10 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2015), улар араһында А.Я.Крюкова.

В.Ә.Таһиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика