САЛАУАТ ИНДУСТРИАЛЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1957 й. Өфө урман техникумы базаһында (ҡара: Урман хужалығы техникумы) урман техникумы булараҡ асыла. 1958 й. алып Ишембай нефтехимия техникумы м‑н берләштерелгәндән һуң индустриаль техникум, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу, һыу м‑н тәьмин итеү һәм һыу бүлеү, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник файҙаланыу, нефть һәм газ эшкәртеү, иҫәпләү техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа м‑н тәьмин итеү, биналар һәм ҡоролмаларҙы төҙөү, файҙаланыу һ.б. 12 компьютер класы, электр‑техника һәм механика лаб., уҡытыу-производство, автомеханика, электр‑механика, электр‑монтаж оҫтаханалары, бәләкәй типографияһы, китапханаһы, уҡыу, тамаша залдары, спорт комплексы, тиры, музыка студияһы, психологик бушаныу бүлмәһе, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, ятағы, уҡыу-спорт базаһы бар. 20 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында Р.Р.Бабушкин, Й.М.Әбдрәшитов.

А.С.Михайлов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика