САЛАУАТ, 5546-сы бәләкәй планета (ҡара: Астероидтар). Ҡояштан уртаса 392 млн км, Ерҙән кәмендә 201 млн км самаһы алыҫлыҡта. Диам. – яҡынса 11 км. Оппозициялағы яҡтылығы – 16 йондоҙ дәүмәле. Бельгия астрономы А.Дебеоне тарафынан (20 б. 70-се йй. респ. булып киткән) 1979 й. 18 дек. асыла һәм Салауат ҡ. хөрмәтенә атала. Респ. терр-яһында С. телескоп ярҙамында күҙәтеп була.

Әҙәб.: Баязитов У.Ш. Малые планеты и Республика Башкортостан //Твоя и моя физика. Уфа, 2001. Вып.1; Его же. Астероиды и Башкортостан //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2003. Т.8. №4.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика