САҠТАР, һинд‑иран ҡәбиләләре союзы, б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта — б.э. 1‑се мең йыллығы башында Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм Көнсығыш Төркөстандың төньяҡ‑көнсығыш төбәктәрендәге күсмә һәм ярым күсмә халҡы, тип фараз ителә. Антик авторҙар (Геродот, Страбон һ.б.) хеҙмәттәрендә, “Авеста”ла (Боронғо Ирандың дини ҡомартҡыһы), Бехистун яҙмаһында (Боронғо Фәләстандың шына яҙыулы яҙмаһы) һ.б. телгә алына. Н.А.Мәжитов, К.Ф.Смирнов, С.П.Толстов С. массагеттар м‑н бер үк халыҡ, тип һанай. Боронғо Фәләстан сығанаҡтарына ярашлы 3 төркөмгә бүлеп йөрөтөлә: С.‑хаумаварга (“хаоманы хөрмәт итеүселәр”), С.‑тиграхауда (“осло баш кейеме йөрөтөүселәр”), С.‑парадрайя (“диңгеҙ аръяғындағылар”). Үҙәк Ҡаҙағстан далаларында Андрон мәҙәни‑тарихи берлеге ҡәбиләләре нигеҙендә формалашҡандар, тип фараз ителә. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Хәрәзмдә йәшәгәндәр. Ҡаҙағстан, Урта һәм Үҙәк Азия терр‑яһында урындағы халыҡ һәм күсмә ҡәбиләләр тарафынан ассимиляцияланалар, тигән фараз бар. Көнсығыш Төркөстанда С. теле б.э. 10 б. тиклем һаҡлана. Дини ҡараштары ҡояш культы м‑н бәйле була; сәнғәттә йәнлек стиле өҫтөнлөк иткән. С. күсмә малсылыҡ (ҡара: Күсмә тормош) м‑н шөғөлләнгән. Геродот мәғлүмәттәре һәм археологик ҡаҙыуҙар (Урта Азияла һәм Ҡаҙағстанда Ысыҡ, Уйғараҡ, Бесшатыр “батша” ҡурғандары) һөҙөмтәләре б‑са, С. мөхитендә соц. айырымланыу билдәләре һиҙемләнә.

Әҙәб.: Т о л с т о в С.П. По следам древнехорезмийской цивилизации. М.; Л., 1948; Г а ф у р о в В.А. Таджики. Древнейшая, древняя и средневековая история. М., 1972.

Р.Исмәғил

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика