САҠМАҒОШ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Саҡмағош р‑ны. 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Ҡалмаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла. 1928 й. ш. уҡ кантондың Саҡмағош а. (хәҙ. Саҡмағош р‑ны) күсерелә, 1929 й. алып колхозсы йәштәр мәктәбе, 1936 й. Саҡмағош өлгөлө башланғыс мәктәбе м‑н берләштерелгәндән һуң хәҙ. статусын ала, 1969 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Яңы Ҡото а. 2 филиалы бар (ҡара: Яңы Ҡото урта мәктәбе). 2 компьютер класы, китапханаһы, тамаша, спорт залдары, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, мед. кабинеты, баҡсаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Ә.Б.Мөлөков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәктәпте 4,5 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2015), улар араһында И.Б.Абдрахманов, С.М.Усманов.

А.Р.Әлбурин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика