АФФИКС (лат. affixus — ялғанған), морфологик деривация (һүҙ үҙгәреше һәм һүҙьяһалыш) процестарында һүҙ тамырына ҡушылыусы ярҙамсы морфема (ҡара: Морфемика). Агглютинатив төҙөлөшлө (ҡара: Агглютинатив телдәр) тел булараҡ, башҡорт телендә типик бер мәғәнәлелек, А. тамырға ҡарата урынлашыуының билдәле тәртибе күҙәтелә (ҡара: Агглютинация). А. ш. уҡ сингармонизмға бәйле өндәрҙең үҙгәреүе хас, мәҫ., ‑лар/ ‑ләр: “бала‑ лар” — “кеше‑ ләр”; ‑һы/ ‑һе: “баҡса‑һы” — “күрше‑һе” һ.б. Функциональ классификация б‑са, яһалма һүҙ барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланылған һүҙ яһаусы, мәҫ., “таш” — “таш‑лы”, “таш‑сы”, “таш‑сыҡ”, һәм һүҙҙең грамматик формаһын барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланылған форма яһаусы, мәҫ., “ат” — “ат‑тар”, “ат‑ тар‑ыбыҙ”, “ат‑ тар‑ыбыҙ‑ҙың”, А. бүленә.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.М.Шәрипова