САҘРИЕВ Миҙхәт Минша улы (2.8.1934, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Түбәнкүл а., хәҙ. Туймазы ҡ. эсендә), социолог. Тарих ф. канд. (1971), проф. (1995). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Журналистар союзы ағзаһы (1991). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Бөрө пед. ин‑тында, 1965 й. алып ӨНИ‑нең Стәрлетамаҡ дөйөм техник ф‑тында, 1976 й. — БАХИ‑ла (1977—88 йй. марксистик‑ленинсы филос. һәм фәнни коммунизм каф. мөдире) эшләй. 1989 й. башлап БДПУ‑ла, бер үк ваҡытта 1994—1996 йй. Проф. белем биреүҙе үҫтереү ин‑тының Башҡ. филиалында гуманитар фәндәр каф. мөдире, 1997—2004 йй. Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында (филиалында), 2009 й. алып Өфө коммерция һәм хоҡуҡ ин‑тының гуманитар фәндәр каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре аграр һәм сәнәғәт социологияһы, йәштәр социологияһы проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Идеология политики социально‑экономических реформ в России. Уфа, 1997 (авторҙ.); Российские реформы и контрреформы (историко‑политический, экономический аспекты). М., 2001 (авторҙ.); Социология молодёжи. Уфа, 2005.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика