САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы [16.6.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яңы Мөслим а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 23.6.1998, Өфө], философ. БР ФА академигы (1998), филос. ф. д‑ры (1973), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). Свердловск пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1953 й. алып СССР ФА‑ның Урал филиалында (Свердловск ҡ.), 1956 й. — Силәбе политехник ин‑тында, 1962 й. — Новосибирск ун‑тында, 1966 й. — Ставрополь а.х. ин‑тында, 1969 й. — БДУ‑ла (1978—90 йй. филос. каф. мөдире) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге социализмдың ҡапма- ҡаршылыҡтарын, совет йәмғиәте үҫешенең объектив һәм субъектив факторҙарын өйрәнеүгә, кешелектең уртаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн нигеҙләүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй филос. йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1981 й. алып). Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 2003 й. башлап Өфөлә Садиҡов уҡыуҙары үткәрелә.

Х е ҙ м.: Коммунистическая нравственность. Новосибирск, 1963; Единство народа и противоречия социализма. Ставрополь, 1968; Особенность советской цивилизации. Уфа, 1998.

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

Яндекс.Метрика