САДИҠОВ Рәүеф Ғайса улы (20.8.1951, Прокопьевск ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2008). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Тажикстан Респ. ФА (Дүшәмбе) эшләй. 1997 й. алып Мәләүез ҡ.: 42‑се һөнәрселек лицейы, 1998 й. башлап 9‑сы гимназия, 2001 й. — Мәскәү технологиялар һәм идара итеү ун‑ты филиалы уҡытыусыһы (2003—06 йй. гуманитар һәм соц.‑иҡт. дисциплиналар каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре ислам философияһына арналған. 50‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Концепция человека в философии Ибн Сины. СПб., 2006; О природе разумной души в средневековой арабо-мусульманской философии. Уфа, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика