САБЕКИЯ Раушана Бейсен ҡыҙы (28.10.1970, Джамбул ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Екатеринбург ҡ., 1992). 1996 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (1999—2007 йй. филос., политология, социол. һәм хоҡуҡ каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге мөхәббәт метафизикаһына, экология этикаһына, мәғариф филос. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Самореализация человека в мире. Уфа, 2006; Самореализация личности: онтология, гносеология, аксиология любви. М., 2007; Формирование и управление человеческими ресурсами в современных условиях. Уфа, 2009.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика