АФРИДОНОВ Миҙхәт Вафа улы (15.9.1924, Төркөстан АССР‑ы Кина‑Аральск а. — 20.7.2000, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1958). 1943 й. алып — ВЛКСМ‑дың Бөрө район ком‑тында, 1945 й. алып Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшләй; 1954 й. башлап БАССР‑ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары. 1958 й. алып КПСС Октябрьский ҡала ком‑ты секретары, 1‑се секретары, 1970—80 йй. БАССР‑ҙың сауҙа министры. А. етәкс. сауҙаның прогрессив формалары индерелә; Өфөлә “Росторгодежда”, “Роскультторг”, “Росбакалея” күмәртә базалары, Октябрьский ҡ. Спорт һарайы, керамик плитка һәм фаянс изделиелар, күн, “Нефтемашремонт” з‑дтары төҙөлә; Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумы һ.б. асыла. БАССР ЮС‑ының 6—9‑сы саҡырылыш депутаты. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1966, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина