САБАҠТЫ, таш быуат, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡылар комплексы. Әбйәлил р‑ны Күсем руднигы а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Сабаҡты күле буйында урынлашҡан. 1961—62 йй. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 2005 й. В.Г.Котов, Н.С.Савельев тикшерә. Тораларҙан (14; айырыуса С.III, С.VI, С.VIII өйрәнелгән), ҡурғандарҙан, ҡурғанлы ҡәберлектәрҙән, таш эшкәртеү оҫтаханаларынан ғибәрәт. С.III — таш һәм тимер быуаттарҙың күп ҡатламлы торамаһы. Дөйөм майҙаны яҡынса 95 мең м2. 138 м2 ер ҡаҙылған. Усаҡлы һәм таш бурамалы торлаҡ ҡалдыҡтары (фараз ителеүенсә) асыҡланған. Аҫҡы ҡатламда (неолит осоро) — 5800‑гә яҡын әйбер, ш. иҫ. саҡматаш әйберҙәр (уҡ, һөңгө остары, бысаҡ, бырау, тишкес, ҡырғыс, ярғыс, ҡырҡҡыстар), керамика ярсыҡтары; өҫкө ҡатламда Гамаюн мәҙәниәте (ҡом һәм тальк ҡушып яһалған, тешле штамп м‑н баҫылған киртләстәр, өсмөйөштәр, ромбтар м‑н биҙәлгән), Иткүл мәҙәниәте, иртә Прохоровка мәҙәниәте һауыттары, кеше башы рәүешендә эшләнгән уникаль балсыҡ статуэтка табылған. С.VI — неолит осоро тораһы. 188 м2 ер ҡаҙылған. Саҡматаш әйберҙәр (ҡырғыс, ҡырҡҡыс, ярғыс, уҡ башаҡтары, ҡорал, бысаҡ, бысаҡ һымаҡ пластина әҙерләмәләре) табылған. С.VIII энеолит осоро тораһы. Һыуҙа йөҙөүсе ҡош тәпәйе рәүешендәге уникаль таш әйбер (бетеү, тип фараз ителә) табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М а т ю ш и н Г.Н. Неолитические стоянки Ташбулатово I и Сабакты III в Башкирском Зауралье //Древности Башкирии. М., 1970.

Н.С.Савельев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика