РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ДӘҮ ЛӘТ ВЛАСЫ ОРГАНДАРЫ МЕНӘН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДӘҮ ЛӘТ ВЛАСЫ ОРГАНДАРЫ АРАҺЫНДА ХАКИМИӘТ ДАИРӘҺЕ СИКТӘРЕН БИЛДӘЛӘҮ ҺӘМ ҮҘ‑АРА ВӘКӘЛӘТТӘР БҮЛЕШЕҮ ТУРАҺЫНДА” Р ә с ә й Ф е д е р а ц и я һ ы һ ә м Б а ш ҡ о р т о с т а н Р е с п у б л и к а һ ы к и л е ш е ү е, РФ һәм БР Президенттары тарафынан 1994 й. 3 авг. ҡул ҡуйылған. БР‑ҙың 2000 й. 3 нояб. “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында” № 94‑з БР законы м‑н Килешеү БР Конституцияһы йөкмәткеһенең состав өлөшөнә индерелгән, 2002 й. 3 дек. “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында » № 369‑з БР законына ярашлы, айырым норматив документ иҫәпләнә. БР Конституцияһының (2006 й. 15 июнь баҫмаһы) 2‑се бүлегенә ярашлы, Килешеү РФ һәм БР Конституцияларына ҡаршы килмәгән өлөштәрҙә үҙ көсөнә эйә. Преамбуланан һәм 10 статьянан тора. Килешеүгә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы — Рәсәй Федерацияһы составындағы суверенлы дәүләт, РФ ҡарамағында булмаған һәм Рәсәй Федерацияһы тарафынан Башҡортостан Республикаһына тапшырылмаған вәкәләттәрҙән тыш, үҙ терр‑яһында тулы власҡа (закон сығарыу, башҡарма, суд) эйә (1‑се статья). БР м‑н РФ араһында мөнәсәбәттәр РФ Конституцияһы һәм БР Конституцияһы, Федератив килешеү, ошо Килешеү һ.б. килешеүҙәр м‑н көйләнә (2‑се статья). БР ҡарамағында (3‑сө статья): кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын, милли аҙсылыҡтарҙың хоҡуҡтарын яҡлау; БР дәүләт власы органдары системаһы, уларҙы ойоштороу һәм эшмәкәрлек тәртибе; адм.‑терр. ҡоролош; экология, дәүләт, иҡт., соц., мәҙәни һәм милли үҫеш өлкәһендә респ. программалары; дәүләт бюджетын булдырыу; бюджетҡа һалым һәм йыйымдарҙың дөйөм принциптарын билдәләү; ер һ.б. тәбиғәт ресурстарына хужа булыу, файҙаланыу һәм идара итеү мәсьәләләрен хәл итеү; БР‑ҙың дәүләт милке һәм уға идара итеү; закон сығарыу системаһын булдырыу; законлылыҡты, хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт именлеген тәьмин итеү; суд ҡоролошо, прокуратура, адвокатура һәм нотариат, ш. уҡ гражданлыҡ мәсьәләләре; БР судтары тарафынан хөкөм ителгән кешеләрҙе ярлыҡау; БР терр‑яһында граждандарға альтернатив хеҙмәт үтеү өсөн шарттар тыуҙырыу; республикалар һәм РФ‑тың башҡа субъекттары м‑н килешеүҙәр; халыҡ‑ара һәм тышҡы иҡт. бәйләнештәр булдырыу; айырым килешеүгә ярашлы, Милли банк ойоштороу; БР‑ҙа дәүләт хеҙмәте; БР‑ҙың дәүләт наградалары; РФ һәм БР ҡарамағына тапшырылмаған башҡа хакимиәт даирәләре һәм вәкәләттәр. РФ һәм БР власть органдары, учреждениелары һәм вазифалы кешеләре биргән юридик документтар уларҙың вәкәләттәре сиктәрендә БР һәм РФ терр‑яһында үҙ көсөнә эйә (6‑сы статья). РФ һәм БР закондары Килешеүҙе боҙһа, федераль һәм респ. дәүләт власы органдары уларға протест белдереү мөмкинлегенә эйә (7‑се статья). Килешеүҙе йәки уның айырым положениеларын бер яҡлы юҡҡа сығарыу, үҙгәртеү йәки тулыландырыу тыйыла (10‑сы статья).

З.И.Йәнекәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018