“РУССКИЙ ЯЗЫК В БАШКИРСКОЙ ШКОЛЕ”, фәнни-методик журнал. БАССР‑ҙың Мәғариф министрлығы органы. Өфөлә 1982 й. июленән 1990 й. дек. тиклем 2 айға 1 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 15 мең данаға яҡын. Журнал биттәрендә респ. милли уҡыу йорттарында урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу проблемалары һәм алымдары, пед. фәненең ҡаҙаныштары т‑да мәҡәләләр, белгес консультациялары баҫыла, алдынғы пед. тәжрибә пропагандалана, йүнәлеш б-са яңы баҫмалар т‑да мәғлүмәт бирелә.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018