РУМЯНЦЕВА Эльвира Рим ҡыҙы (18.8.1973, Өфө), физиолог. Биол. ф. д‑ры (2006), проф. (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1995) БДАУ‑ҙа эшләй. 2002 й. алып Башҡ. физик культура ин‑тында (2005 й. башлап инновациялар һәм фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге спорт физиологияһы мәсьәләләрен өйрәнеүгә арналған. Р. ҡатнашлығында юғары ҡаҙаныштар спортында ҡатын‑ҡыҙ һаулығын һаҡлау, спортсы-инвалидтарҙың спорт әҙерлеге б‑са тәҡдимдәр эшләнә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Рәсәй йыйылма командаларында спортсыларҙы, ш. и¾. һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән булғандарҙы, әҙерләгәндә ҡулланыла. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Спортивная подготовка тяжелоатлеток. Механизмы адаптации. М., 2005 (авторҙ.); Психофизиологические закономерности адаптации боксёров высокой квалификации к физическим нагрузкам. СПб, 2014 (авторҙ.); Спортивная подготовка как ведущая форма познавательной деятельности спортсменов с ограниченными возможностями. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.