РУДЕРАЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР, с ү п с а р  ү ҫ е м л е к т ә р е (лат. rudus, эйәлек килеш ruderis — ваҡ таш, сүп-сар), сүплектә, ҡалдауҙарҙа, торлаҡ янында, юл буйҙарында һ.б. ерҙә үҫә. Синантроп (кеше эшмәкәрлеге м-н бәйле) нитрофиль үҫемлектәр булып тора, кеше һәм хайуандарҙан һаҡланырға мөмкинлек биргән төрлө ҡулайламалары (саҡҡыс төктәр, энәләр, ағыулы матдәләр һ.б.) бар. Бер, ике (аҡ алабута, дегәнәк, Лёзель эт ҡаҡыһы һ.б.), һирәгерәк күп йыллыҡ (ҙур сөйәл үләне, әсе әрем, ябай кесерткән һ.б.) үҫемлектәр. Башҡортостанда Р.ү. араһында декоратив үҫемлектәр (еҫле һары үләне, тәпәш мальва һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (дарыулы ҡандала үләне, ҡош ҡымыҙлығы һ.б.), дарыу үҫемлектәре (көтөүсе муҡсаһы, ябай кесерткән, ябай үгәй инә үләне һ.б.), баллы үҫемлектәр (бишҡалаҡ арыҫлан ҡойроғо, бөҙрә шайтан таяғы, ябай йылан көпшәһе һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (аҡ алабута, көнсығыш ҡаҡыһы һ.б.), ағыулы үҫемлектәр (бөрсөклө монар көпшәһе, ҡара тилебәрән һ.б.) һәм башҡалар осрай. Р.ү. адвентив үҫемлектәр (өскә бүленгән амброзия, тилермән япраҡлы циклахена һ.б.) инә. Р.ү. боҙолған тупраҡты нығыта, экосистемаларҙа бысрата торған матдәләрҙе үҙҙәренең туҡымаларында туплап, уларҙың таралыуын тотҡарлай.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018