• Печать

РУДЕНКО Сергей Иванович (29.1. 1885, Харьков ҡ. — 16.7.1969, Ленинград), этнограф, антрополог, археолог, географ, гидролог. Техник ф. д‑ры (1945), проф. (1919). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1910). 1919 й. алып Томск ун‑тында уҡыта (1920 й. декан). 1921 й. башлап Ленинградта: 1930 й. тиклем ЛДУ-ла уҡыта, бер үк ваҡытта Рус музейы дир. урынбаҫары, бүлек мөдире; 1934 й. алып Эске эштәр ХК Беломор-Балтик комб‑тының Ленинград бюроһында, 1938 й. — Дәүләт гидрология ин‑тының, 1942—67 йй. СССР ФА Археология ин‑ының өлкән ғилми хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта СССР ФА Этнография һәм антропология ин‑ты бүлеге мөдире булып эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Урал, Себер, Алтай, Төньяҡ һәм Урта Азия халыҡтарының этнографияһын һәм традицион мәҙәниәтен, ш. уҡ башҡорттарҙың антропологияһын, этногенезын, хужалығын, ырыу-ҡәбилә ҡоролошон өйрәнеүгә арналған. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш һәм көнсығыш райондары башҡорттарының антропологик айырмаларын билдәләгән, Ырымбур губернаһының гипсометрик картаһын, Пермь губернаһының, Ырымбур һәм Өфө губерналарының этнографик карталарын төҙөгән. 1906 й. һәм 1907 й. Пермь, Өфө, Ырымбур губ. буйлап йөрөгән этнографик экспедицияларҙа ҡатнашып, Рус музейы өсөн коллекция (200‑гә яҡын әйбер һәм 150 фотоһүрәт) йыя, 1912 й. — Ырымбур, Өфө губ. (773 әйбер), 1915 й. — Ырымбур земствоһы һәм казак ғәскәренең тупраҡ-ботаника экспедицияһында, 1916 й. Прохоров ҡурғандарында археологик ҡаҙыуҙ арҙа ҡатнаша. 1928—30 йй. СССР ФА‑ның Башҡ‑н комплекслы экспедицияһы етәксеһе, 1952 й. ТТӘИ экспедицияһы составында була. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. “Башҡорттар: этнологик монография тәжрибәһе”, авторы. Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1911), Париж антропология йәмғиәте ағзаһы (1914). “Почёт Билдәһе” орд. (1954), Рус геогр. йәмғиәтенең көмөш миҙалы (1913), П.П.Семёнов-Тянь-Шанский ис. Бөтә Союз геогр. йәмғиәтенең алтын миҙалы (1965) м‑н бүләкләнгән. 1930 й. репрессиялана, 1934 й. иреккә сығарыла. 1957 й. аҡлана.

Х е ҙ м.: Башкиры: ист.‑этногр. очерки. М.; Л., 1955.

Әҙәб.: Б и к б у л а т о в Н.В. Руденко и башкирская этнография //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1973. Т.5.

И.В.Күсемов

Тәрж. М.В.Хәкимова