“РОСТЕХНАДЗОР. НАШ РЕГИОН” (“Ростехнадзор. Беҙҙең төбәк”), журнал. Ойоштороусыһы — “Информ‑Сервис” нәшриәте. Рәсәй экология, технология һәм атом б-са федераль хеҙмәтенең Башҡ-н б-са Технология һәм экология күҙәтеү идаралығының ярҙамы м‑н сығарыла. 2003 й. дек. алып Өфөлә урыҫ телендә ай һайын нәшер ителә. Тиражы — 5 мең дана (2015). Журналда сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре б-са мәҡәләләр баҫыла. Рубрикалары: “Ростехнадзор мәғлүмәттәре буйынса”, “Йомғаҡтар. Системалы аналитика”, “Республика яңылыҡтары”, “Уҡыусы фекере” һ.б.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов