АФИНОГЕНОВ Денис Владимирович (15.3.1974, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.Н.Емелин). “Салауат Юлаев” (1992—97, 2002—03), “Лада” (Тольятти ҡ., 1999—2002), “Авангард” (Омск ҡ., 2003—04), “Витязь” (Чехов ҡ., 2004—05) спорт клубтары өсөн сығыш яһай. Рәсәй чемп. (2004), “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәз. призына турнирҙың еңеүсеһе (1995), көмөш призёры (1996), Халыҡ-ара хоккей федерацияһы Кубогын яулаусы (1994), бронза призёры (1995); “Балтика—2000” Кубогын яулаусы; Милләт-ара хоккей лигаһы (1995—96) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2000).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина