РОМАШКА, ҡ а р а б а й (Matricaria), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла һәм Африкалатаралған. Башҡортостанда тишелгән Р. үҫә. Төҙ тармаҡлы һабағы булған бер йыллыҡ үлән, бейеклеге 20—60 см. Япрағы ултырма, ике, өс тапҡыр епкә оҡшаған осло өлөштәргә ҡауырһын һымаҡ теленгән. Урама япраҡсалары овал формаһында йәки оҙонса, сите ярылы, ҡайһы берҙә көрән төҫтә. Кәрзин ятҡылығы ярымшар формаһында, яланғас, бер аҙ соҡорло, ситке сәскәләре емешле, горизонталь‑ҡайтармалы тел япраҡлы аҡ тажы бар, урталағылары — ике енесле, һары төҫтәге көпшә-буранка һымаҡ тажлы. Кәрзине һеперткегә йыйылған. Апр.— окт. сәскә ата. Емеше — ҡорһаҡ яғында һәм ян-яҡтарында 3 осло аҡ ҡырлы, өҫтөндә ҡыҙыл төҫтәге 2 майлы биҙе булған ялпаҡ йыйырсыҡлы орлоҡса; өлпөһө ҡыҫҡа, ҡалын тиреле. Ҡалдауҙарҙа, болондарҙа, баҫыуҙарҙа, торлаҡ янында рудераль үҫемлек булараҡ үҫә; респ. бөтә терр-яһында осрай. Составында пиретрин бар, инсектицид үҫемлек.

Л.Н.Миронова, А.Ф.Шәйбәков

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.