РОМАНОВКА ТОРАМАЛАРЫ, мезолит, бронза быуаты һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Өфө эсендә, Ағиҙел й. Козарез утрауын барлыҡҡа килтергән иҫке үҙәненең һул ярында урынлашҡан. 1959 й. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1961 й. К.В.Сальников, 1965 й., 1989 й. Г.И.Матвеева тикшерә. Күп ҡатламлы торамаларға ҡарай. Нығытылмаған 6 тораманан ғибәрәт; якынса 360 м2 ер ҡаҙылған. Ҡомартҡының төп өлөшө иртә Урта быуаттарға (б.э. 5—7 бб.) ҡарай. Керамика Романовка тибындағы (яҫы төплө көршәк рәүешендәге, ҡайһыларының ауыҙ ситтәре ваҡ һәм эре һырҙар м‑н биҙәлгән) һауыттарҙан тора. Һөйәк әйберҙ әр, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡ табылған. Р.т.II һәм Р.т.III (мезолит осоро) аҫҡы ҡатламында саҡматаштан эшләнгән микролит әйберҙәр (бысаҡ һымаҡ пластинала уҡ башаҡтары, ярғыстар, ҡырҡҡыстар) табылған. Р.т.II. хужалыҡ соҡорҙары, Абаш мәҙәниәте керамикаһы ярсыҡтары табылған. Ҡомартҡылар ваҡытлыса йәйге торамалар булған, тип фараз ителә. Р.т. материалдары РФА Өфө ФҮ-нең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге, БДУ, Һамар ун‑ты фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: М а т ю ш и н Г.Н. Новые археологические памятники в окрестностях города Уфы //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1962. Т.1.

В.В.Овсянников

Тәрж. Д.К.Үзбәков